Хәүефһеҙлек
28 Февраль , 04:00

Төндә 89 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табыла

32 кеше һәләк булған...

Төндә 89 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табылаТөндә 89 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табыла
Төндә 89 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табыла

Стәрлетамаҡ районының Помряскин ауылында күптән түгел төнгө янғын 89 йәшлек ирҙең ғүмерен өҙгән. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 7х12 метр ҙурлыҡтағы шәхси йорт янған. Утты һүндереп, ҡоролмаларҙы һүткән саҡта 1937 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла.

Белгестәр янғындың сәбәбен асыҡлай. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй.

Унан алда, 23 февралдә, Стәрлетамаҡта фатирҙа янғын ваҡытында ҡотҡарылған 71 йәшлек ир дауаханала вафат була.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, ял һәм байрам көндәрендә республикала янғындарҙа дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән, биш кеше тән йәрәхәттәре алған. Йыл башынан иһә Башҡортостанда 655 янғын теркәлгән, уларҙа 32 кеше һәләк булған, 27 кеше тән йәрәхәттәре алған.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ.

Төндә 89 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табыла
Төндә 89 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табыла
Төндә 89 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табыла
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас