Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Февраль , 18:50

Туй күлдәгендә ерләгәндәр

Ҡот осҡос аварияла һәләк булған ҡыҙ - әсәһенең берҙән-бер балаһы. Әхирәттәре һөйләүенсә... 

Туй күлдәгендә ерләгәндәр
Туй күлдәгендә ерләгәндәр

25 февралгә ҡарай төндә Белорет ҡалаһынан 20 йәшлек Дарьяның ғүмерен өҙгән фажиғә булды. Ул үҙе менән бергә тағы ла биш кеше ултырған машинала ҡот осҡос аварияла һәләк булған берҙән-бер кеше. Ваҡиғаның нескәлектәрен “КП-Өфө” асыҡланы.

Дарьяның әхирәте Ангелина әйтеүенсә, фажиғәле кистә ҡыҙ үҙенең йөрөгән егете һәм уның дуҫтары менән бергә Магнитогорскиға эш буйынса юллана. “Lada Largus”та бөтәһе алты кеше була. Башта Дарья үҙе руль артына ултыра – ул компанияла берҙән-бер айыҡ кеше була, әммә юлда минивэн хужаһы идара итеүҙе үҙ ҡулына алырға ҡарар итә. Тап ошо ҡарар һөҙөмтәлә фажиғәле була.

Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск трассаһының 235-се километрында боролошта машина юлдан ситкә оса һәм әйләнеп китә. Дарья салондан сығып оса. Ҡотҡарыусылар килгәнгә, ул йән биргән була.

Ҡыҙҙың әхирәттәре әйтеүенсә, водитель тиҙлекте арттырған булғандыр. Бәрелеш Даша ултырған яҡҡа тура килә.

Машинала булған башҡалар, етди зыян күрһә лә, иҫән ҡала. 25 йәшлек водителде реанимацияға алып киттеләр – әле ул комала. Алда ултырған егеттең умыртҡа һөйәге һынған. Ә Дарьяның егете һәм уның тағы ике дуҫы еңелсә йәрәхәттәр менән ҡотола, уларҙы шунда уҡ дауахананан сығаралар. Икенсе көн Дарьяның яҡындары бәйләнешкә инергә маташҡанда, уларҙың телефондары һүндерелгән була.

Дарьяның туғандары һәм яҡындары шок хәлендә. Ул ғаиләлә берҙән-бер бала. Атаһы бер нисә йыл элек вафат булған, ҡыҙ әсәһе менән бергә йәшәгән. Әсәһен балаһын танырға саҡырғанда, ул шок сәбәпле үҙаллы хәрәкәт итә лә алмай.

6 майҙа уға 21 йәш тулыр ине... Дуҫтары һәм яҡындары әйтеүенсә, Дарья бик изге күңелле, әүҙем була, кешеләрҙе үҙ тирәһенә туплай белә. Педагогия колледжын тамамлағандан һуң урындағы предприятиела, ә һуңынан тимер юлда эшләй. Әммә Яңы йылдан һуң китеп, яңы хеҙмәт урыны эҙләгән була.

Дашаны кисә ерләгәндәр, әхирәттәре әйтеүенсә, аҡ күлдәктә һәм аҡ табутта... Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: "КП-Өфө". 

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ.

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас