Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Март , 18:15

Гөлназ әле дауаханала

Икенсе машиналағы кешеләрҙең хәле ауыр тип баһалана. 

Гөлназ әле дауаханала
Гөлназ әле дауаханала

Билдәле йырсы Гөлназ Асаеваның концертҡа китеп барғанда аварияға эләгеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Әле уның күп төрлө йәрәхәттәр алғанлығы билдәле булды. Был хаҡта артистың концерт директоры Вадим Фәтхинуров хәбәр итте.

"Бик ҡатмарлы һауа шарттары ине, беҙҙең водитель, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаршы һыҙатҡа барып сыҡты. Гөлназ Асаеваны һәм командабыҙҙың башҡа ағзаларын шунда уҡ яҡындағы дауаханаға алып киттеләр. Зыян күреүселәрҙең береһе уртаса ауырлыҡтағы хәлдә. Гөлназ һәм уның бейеүсеһе күп төрлө йәрәхәттәр алды, уларҙы тиҙҙән дауахананан сығаралар”, — тип һөйләгән Вадим Фәтхинуров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, авария 28 февралдә көндөҙ Бәләбәй районында — Бәләбәй – Николаевка — Туймазы — Баҡалы трассаһының 14-се километрында булған, унда ике сит ил машинаһы: JAC һәм Hyundai Solaris бәрелешкән.

Аварияла бөтәһе дүрт кеше зыян күрә. Вадим Фәтхинуров һүҙҙәренсә, алдағы концерттар туҡтатылған һәм башҡа даталарға күсерелгән.

Икенсе машинала ирле-ҡатынлы пенсионерҙар ултырған. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа хәбәр итеүҙәренсә, ҡатындың хәле ауыр, ул операция көтә. 

Фото: Телеграм. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас