Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Март , 11:00

Ашығыс хәбәр! Өс йүнәлештә юлдар ябылды

Алыҫ араға сәйәхәт итеүҙе кисектерергә кәңәш ителә

Ашығыс хәбәр! Өс йүнәлештә юлдар ябылды
Ашығыс хәбәр! Өс йүнәлештә юлдар ябылды

Һауа торошоноң боҙолоуы (буран, ҡар яуыуы, күреү мөмкинлеге булмауы) арҡаһында республика трассаларында йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн сикләүҙәр индерелде.

Ябыҡ участкалар:

???? Өфө – Бөрө – Яңауыл трассаһы (Благовещен районындағы Николаевканан Яңауылға тиклем);

???? Өфө – Инйәр – Белорет трассаһы (Архангел һәм Белорет райондарында);

???? Дүртөйлө – Нефтекама трассаһы (Дүртөйлө һәм Краснокама райондарында).

Юлда сикләүҙәр тамамланыуы тураһында өҫтәмә хәбәр итәсәктәр. Яңыртыуҙарҙы ҡарап барығыҙ.

Еңел автомобиль водителдәре иғтибарына!

 Алыҫ араға сәйәхәт итеүҙе кисектерергә кәңәш ителә. Ашығыс булмаһа, юлға сыҡмағыҙ, үҙегеҙҙе һәм пассажирҙарҙы һаҡлағыҙ!

Рәмилә Мусина фотоһы.

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас