Гөлназ Асаеваның концертҡа китеп барған саҡта аварияға эләгеүе, төрлө йәрәхәттәр менән дауаханала ятыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Әле был хәлдең дауамы билдәле булды: йырсы үҙе бәйләнешкә сыҡты һәм барыһын да аңлатты.
Авария 28 февралдә көндөҙ Бәләбәй районында — Бәләбәй – Николаевка — Туймазы — Баҡалы трассаһының 14-се километрында булған, унда ике сит ил машинаһы: JAC һәм Hyundai Solaris бәрелешкән. Әле Гөлназ әйтеүенсә, JAC внедорожнигы руле артында ул үҙе ултырған булған. Ул ял итеү өсөн машина йөрөткән бейеүселәрҙең береһен алмаштыра.
Артист зыян күреүселәрҙең ғаиләһе менән бәйләнешкә инеүен һәм уларға һәр төрлө ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын һөйләне.
– Мин руль артында булдым. Насар һауа шарттары арҡаһында идара итеүҙе юғалттым һәм ҡаршы һыҙатҡа барып сыҡтым. Бер ни ҙә эшләргә мөмкин түгел ине. Зыян күргән яҡ менән бәйләнештә торабыҙ. Бөтә шылтыратыуҙар ҙа теркәлгән, сөнки теге машинаның пассажирҙары номерҙарын беҙгә бер кем дә бирмәне, — тип уртаҡлашты артистка.
Гөлназ Асаева үҙенең социаль селтәрҙәрендә 4 мартҡа планлаштырылған концерт булмай, тамашалар “зыян күреүселәрҙең рөхсәте менән” һәм “барыһы ла иҫенә килгәндән һуң” ғына дауам итәсәк, тип яҙҙы.
Йырсы водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгәнен хәбәр итә, әммә был хаҡта ул бөтөнләй борсолмай, артабан оҙаҡ ваҡыт рулгә ултырырға теләмәүен белдерә.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!