Пермь крайында Кваркуш платоһында Өфөнән һәләкәткә осраған туристар тураһында хәбәр иткәйнек инде. 20 февралдә ҡаргиҙәрҙәрҙә сәйәхәт итергә сыҡҡан ирҙәр алдан һөйләшкән көндө - 24 февралдә ҡайтмай һәм уларҙы ҡотҡарыусылар эҙләй башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо көндәрҙә биш туристың дүртәүһе үле килеш табылды. Араларындағы иң өлкәне – 68 йәшлек Сергей ғына иҫән ҡалған.
Ҡотҡарыусылар ирҙе ауыр хәлдә таба. Ул туғыҙ көн буйына ҡар аҫтында ята, һуңғы өс көнө – үлгән иптәше янында.
Улар тәжрибәле сәйәхәтселәр була. Буранға эләгеп, улар айырыла: өсәүһе (шул иҫәптән Сергей) тент менән ябынып, ҡарға күмелә, тағы ла икәүһе ярҙам һорап йәйәү китә. Ҡалған ирҙәр утын, аҙыҡ-түлек һәм яғыулыҡ менән тәьмин ителгән була.
Бер аҙҙан ирҙәрҙең береһе ышыҡтан сығып, туңа. Һуңыраҡ, өс көн элек, икенсеһе вафат була. Сергей үлгән кешенең кәүҙәһе менән бер үҙе ҡала. Ярҙам һорап киткән ике кеше туҡталҡанан 3,7 километр алыҫлыҡта үле килеш табыла. Ҡаргиҙәрҙәр урында ҡала, кешеләр бәлки, паникаға бирелеп, йәйәү китә.
Сергейҙы аңында килеш табалар. Тик ул ныҡ өшөгән була. Ҡотҡарыусылар уға йылы сәй эсерә һәм бынан һуң ул аяҡтарын тоя башлай. Ләкин ҡулдары туң килеш ҡала. Ирҙе вертолет менән дауаханаға оҙаталар. Әле Пермь крайы дауаханаһында. Табиптар уның туғыҙ көн дауамында өшөп, иҫән ҡалыуын бик һирәк осраҡ тип атай.
Эҙләүгә сыҡҡандарҙың әйтеүенсә, туристар хаталы ҡарар арҡаһында һәләк булған.
– Дауыл башланғас, түбәнгә төшөргә кәрәк була, ә улар бурандың үткәнен өҫтә көтөргә ҡарар итәләр, ҙур соҡор ҡаҙып, тент менән ябыналар. Икенсе көндө тороп, ҡаргиҙәрҙәрҙе ҡаҙып сығара башлайҙар. Ҡар радиаторға тула һәм ул баҫтырыла башлай. Бер ҡаргиҙәрҙе, моғайын, дүрт сәғәт буйы ҡаҙып маташҡандарҙыр, — тип аңлатты Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк буйынса ҡотҡарыусылары.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булған 59 йәшлек Александр, Алик, Дмитрий һәм Йософтоң кәүҙәләрен бер-ике көндән туғандарына килтерәләр.
Тере ҡалған Сергейҙың ҡатынынан билдәле булыуынса, ир был сәйәхәткә барырға бик теләмәй, тауҙарҙа - 30 градус һыуыҡтар булыуын әйтә.
Еңел автомобилдәр, бер прицеплы һәм бер мини-йөк машинаһы элеккесә өй янында тора, унда дуҫтар компанияһы төн үткәрә һәм үҙенең һуңғы сәйәхәтенә ҡаргиҙәрҙәрҙә сәйәхәткә сыға. Төркөм тәжрибәгә таянып, маршрутты теркәмәй.
Фото: "Звезда" каналынан скриншот.