-2 °С
Болотло
Иглин ауылындағы янғын 77 йәшлек йорт хужаһының ғүмерен өҙгән. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, төндә Төҙөүселәр урамындағы өйҙә ут сыҡҡан. Ағас йорт һәм таҡта төкәтмә зыян күргән.
Утта һәләк булған 1949 йылғы ирҙең кәүҙәһен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм Иглин ауыл советының ирекле янғын һүндереүселәр командаһы тапҡан. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Фото: социаль селтәрҙән.