Алдан хәбәр итеүебеҙсә, популяр йырсы Гөлназ Асаеваның командаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһына концерт ҡуйырға китеп барғанда аварияға осрай. Шуға күрә йырсының концерттары бер аҙ кисектерелде.
Гөлназ аварияла зыян күргән ҡатындың хәле ауыр булыуы, уға изге айҙа доғала булыуҙарын һораған ине. Ниһайәт, дауаханала булған ҡатындың ҡыҙы әсәһенең хәле бер аҙ яҡшырыуын хәбәр иткән. Уның әйтеүенсә, әсәһе әле реанимацияла һаман да ауыр хәлдә, әммә табиптар зыян күреүсенең ғүмеренә бер ни янамай, тип раҫлай.
- Ярҙам иткәнегеҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт белдерәм. Әсәйҙең хәле тотороҡланды. Ул һаман да ауыр хәлдә, ләкин табиптар уның ғүмеренә бер ни янамай тиҙәр. Беҙҙең өсөн был бик ҙур шатлыҡ. Алда ҡатмарлы һәм оҙайлы дауаланыу тора. Күп операциялар көтөлә. Хәҙер беҙ алға көслө травматолог эҙләйбеҙ. Был эштә беҙгә Гөлназ Асаева яғынан да ярҙам итәләр - уның ата-әсәһе белгестәр эҙләүгә ҡушылды, - тип яҙған зыяын күреүсенең ҡыҙы Элина.
Шулай уҡ Гөлназ Асаева үҙенең сәхифәһендә 10 март Туймазы ҡалаһында концерт ҡуясағын белдергән.
"Туймазыла концерт буласаҡ. Был аҡсанан зыян күреүселәргә лә ярҙам күрһәтеләсәк. Барыһы ла беҙ "ҡаршы түгел" тип әйтте. Аңларығыҙға ышанам", - тип яҙған Гөлназ.
Изге айҙа барыһы ла яҡшы булһын, зыян күргән ҡатын тиҙерәк йүнәлеп китһен!
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!