Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Туймазы районында янғында өс кешенең ғүмере өҙөлгән.
Фажиғә 6 мартта кис райондың Сыуаш-Улҡан ауылында булған. Мәғлүм булыуынса, 8х5 метр ҙурлыҡтағы бер ҡатлы бүрәнә йорт янған. Янғын һүндереү бүлексәләре килгән мәлдә йортто тулыһынса ут ялмап алған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һүндереү һәм емереклектәрҙе һүтеү барышында һәләк булған өс ирҙең кәүҙәһе табыла, уларҙың кемдәр булыуы асыҡлана.
Әлеге ваҡытта янғындың сәбәбен асыҡлау маҡсатында урында тәфтиш-оператив төркөм һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй.
Хөрмәтле республика халҡы! Электр приборҙарын һәм мейес йылыһын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Торлаҡҡа янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал урынлаштырығыҙ – ул төндә лә уятырға һәм һеҙгә һәм балаларығыҙға ҡотолоу мөмкинлеге бирә. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.