Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Март , 12:30

Иғтибар: республика юлдарының ике йүнәлешендә сикләүҙәр индерелде!

Һауа шарттары яҡшырғансы юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итәбеҙ, тип белдерҙеләр Дәүләт автоинспекцияһынан.

Иғтибар: республика юлдарының ике йүнәлешендә сикләүҙәр индерелде!
Иғтибар: республика юлдарының ике йүнәлешендә сикләүҙәр индерелде!

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа торошоноң боҙолоуына бәйле һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында бөгөн, 8 мартта, автомобиль юлдарында йөк һәм пассажирҙар транспорты хәрәкәте ваҡытлыса сикләнде.

11.30 сәғәттән: М-5 “Урал ” автомобиль юлының 1480 - 1548 километр арауығында (Федоровка ауылы эргәһендәге юл айырсаһы һәм Силәбе өлкәһе). Сикләү ваҡыты 18.00 сәғәткә тиклем көсөндә ҡала.

Шулай уҡ бөгөн 11.00 сәғәттән Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлының 67 - 204 километрында (Архангел һәм Белорет райондарында) ошондай уҡ сикләүҙәр индерелде. Был сикләү 17.00 сәғәткә тиклем ғәмәлдә ҡала.

 “Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ошо сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып маршруттарҙы алдан планлаштырыуҙы һәм юл билдәләренең бөтә талаптарын үтәүҙе һорайбыҙ. Һауа шарттары яҡшырғансы юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итәбеҙ”, – тип белдерҙеләр респубиканың Дәүләт автоинспекцияһынан.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда 112 телефонына шылтыратығыҙ.

Фото: скриншот.

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас