Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Март , 18:15

Ике кеше үтә ауыр хәлдә, табиптар улар өсөн көрәшә

Икенсе аварияла зыян күргән дүрт кешенең хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана, берәүһе - ауыр хәлдә.

Ике кеше үтә ауыр хәлдә, табиптар улар өсөн көрәшә
Ике кеше үтә ауыр хәлдә, табиптар улар өсөн көрәшә

Кисә республикала ике ҡурҡыныс авария теркәлде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, береһендә биш кеше һәләк булды, икенсеһендә алты кеше йәрәхәтләнде. Бөгөн республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иҫән ҡалған кешеләрҙең хәле тураһында һөйләне.

Шулай Ҡырмыҫҡалы районында өс еңел автомобиль бәрелешкән ине. Был юл-транспорт ваҡиғаһында алты кеше зыян күрҙе, улар араһында ике бала бар.

БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин мәғлүмәттәре буйынса, Өфө дауаханаларына биш пациент оҙатылған. Уларҙың дүртәүһенең хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана, бер зыян күреүсе ауыр хәлдә. Уларҙың барыһына ла кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтелә.

Ҡариҙел районында иһә бер юлы биш кешенең ғүмере өҙөлдө. Әле Бөрө үҙәк район дауаханаһы табиптары кисә иҫән ҡалған ике кешенең ғүмере өсөн көрәшә, тип хәбәр итте министр. Ике пациент та бик ауыр хәлдә реанимацияла ята. Улар санитар авиация хеҙмәтендә контролдә тотола. Хәл тотороҡланғас, уларҙы Өфө медицина учреждениеларына күсерәсәктәр.

Фото: ГАИ. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас