Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы “вәғәҙә иткән” һыуыҡ көндәр килде – 9 һәм 10 мартта сатлама һыуыҡ көндәр тора. Бөгөн ул рекорд ҡуйҙы, тип әйтергә лә мөмкин, сөнки Әбйәлил районының Ишкилде ауылында -45 градусҡа тиклем һыуытҡан.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылында бөгөн төндә термометр күрһәткесе -43 градусҡа тиклем төшкән, ә Ҡыйғы районының Йосоп ауылында -38 булған. Белорет һәм Бөрйән райондарында ла урыны менән -36 градус һыуыҡ булған.
Йылы кейенеп йөрөһәгеҙ, был һыуыҡтарға бирешмәҫһегеҙ. Иң мөһиме – янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ: мейескә ут яҡһағыҙ, ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Шулай уҡ насар торошта булған электр йылытҡыс ҡорамалдарын файҙаланмағыҙ, электр сымдарына көсөргәнеш төшөрмәгеҙ. Өлкән кешеләрҙе, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.