Былтыр Башҡортостандағы банктар 53 ялған аҡса купюраһын асыҡлаған. Ул 2024 йылға ҡарағанда 20 процентҡа аҙыраҡ, тип хәбәр итә республиканың Милли банкы – Рәсәй Банкының Башҡортостан буйынса бүлексәһе.
Һуңғы биш йылда ялған аҡса күләме 12 тапҡырға кәмегән.
“Беҙҙең төбәктә ялған банкноттар күләме бер нисә йыл дауамында кәмей бара. 2021 йылда республикала 174 ялған аҡса табылһа, 2023 һәм 2024 йылдарҙа улар 65-әр генә асыҡланды. Был купюраларҙың һаҡлағыс комплексы көсәйеүгә һәм ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү күләменең артыуына бәйле”, – ти Рәсәй Банкы бүлексәһе идарасыһы урынбаҫары Лилиә Яҡупова.
Ялған аҡса яһаусылар, элеккесә, ҙур купюраларҙы эшләргә тырыша. Һуңғы биш йылда асыҡланған “фальшивка”ларҙың 75 проценты – биш мең һумлыҡтар.
Ил буйынса алғанда, әйләнештә булған ялған аҡсалар һаны һуңғы биш йылда алты тапҡырға аҙайған.
Фото: социаль селтәрҙән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!