Иглин районында һәләк булған кеше менән юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. БР Дәүләт автоинспекцияһының яҡынса мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн иртән Иглин – Кальтовка автомобиль юлының 7-се километрында 66 йәшлек водитель “Неман” автобусы менән Иглин яғынан М-5 “Урал” автомобиль юлы йүнәлешендә хәрәкәт иткән. Бында ул ҡаршы килгән “Чери Тигго 4” автомобиле менән бәрелешә.
Юл-транспорт ваҡиғаһында 75 йәшлек еңел автомобиль пассажиры урында һәләк булған, ике транспорт водителе лә дауаханаға оҙатылған.
Автобустың вахта ташыу менән шөғөлләнеүе һәм авария мәлендә пассажирҙарһыҙ булыуы билдәле. Әле Дәүләт Автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.
Бөгөн буранлай, юлдарҙа ипле булайыҡ.
Фото: ГАИ.