Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Март , 18:30

Этен ҡотҡарам тип...

Ир янған өйгә ҡабат инә һәм шул мәлдә төтөндән тонсоғоп иҫһеҙ ҡолай... 

Этен ҡотҡарам тип...
Этен ҡотҡарам тип...

Этен ҡотҡарам тип...

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының күҙәтеү һәм иҫкәртеү сараларын ойоштороу бүлеге етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Исламов хәбәр итеүенсә, һуңғы аҙнала янғындарҙа өс кеше йәрәхәтләнгән, ике кеше һәләк булған.

2 мартта Ғафури районы Красноусол ауылында янғын сыға. Янғын төндә, барыһы ла йоҡлаған саҡта башлана. Шытырлаған тауыш ишетеп уянған ир өйҙөң верандаһында ут күреп ҡала, әммә ишек аша сығыу мөмкинлеге булмай.

Йоҡо бүлмәһендә тәҙрәне ватырға мәжбүр булалар. Ҡатын һикереп төшә, ир өйгә этен алырға ҡабат инә һәм шул мәлдә төтөндән тонсоғоп иҫһеҙ ҡолай. Уны Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһының реанимация бүлегенә оҙаталар, әммә табиптар ҡотҡара алмай.

2 мартта Яңауылда янған гаражды һүндергәндә һәләк булған 51 йәшлек ир автомобилдә табылған.

Бер аҙна эсендә булған янғындарҙың сәбәптәре: 26 осраҡта электр ҡорамалдарын ҡороу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу, 18 осраҡта мейестәрҙең һәм төтөн ҡыуыштарының дөрөҫ ҡоролмауы һәм боҙолоуы, 16 осраҡта – ут менән һаҡһыҙ эш итеү.

 Фото: социаль селтәрҙән.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас