Өфөнән Пермь крайына биш турист компанияһынан берҙән-бер иҫән ҡалған 67 йәшлек ирҙең хәле яҡшырған. Сергейҙы ауыр хәлдән уртаса ауырлыҡтағы хәлгә килтергәндәр. Ул Кваркуш яҫы таулығында туғыҙ көн буйына ашамай һәм һыуһыҙ һыуыҡта ята.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 8 мартта уның дуҫтарын Өфөлә Алик Камаловты, Александр Моцныйҙы, Дмитрий Черновты һәм Йософ Әбү-Обайдехты һуңғы юлға оҙаттылар. Ир-егеттәр февраль аҙағында Пермь крайының Кваркуш яҫы таулығында буранға эләгеп һәләк булғайны. Уларҙың туңған кәүҙәләре 1 мартта ғына табылды. Биш дуҫтың береһе генә иҫән ҡала - Сергей.
Фото сығанағы: Башкририя Online.