Хәүефһеҙлек
12 Март , 14:00

Кемдәргә самолетта осорға ярамай?

Кемдеңдер самолетта осҡанда үҙен бик насар тоя башлауы, кинәт сирләп китеүе тураһындағы хәбәрҙәр һирәк түгел. Был нилектән килеп сыға?

Кемдәргә самолетта осорға ярамай?Кемдәргә самолетта осорға ярамай?
Кемдәргә самолетта осорға ярамай?

Кемдеңдер самолетта осҡанда үҙен бик насар тоя башлауы, кинәт сирләп китеүе тураһындағы хәбәрҙәр һирәк түгел. Был нилектән килеп сыға?

Белгестәр самолетҡа ултырыр алдынан мотлаҡ һаулыҡ торошона иғтибар итергә ҡуша. Осоуҙан баш тартыу өсөн иң тәүге сәбәп – йоғошло сир, юғары температура кисереү. Ундай сирҙең самолетта булғанда айырыуса көсәйеп китеүе лә бик ихтимал.

Сираттағы сәбәп – хроник сир. Айырыуса тын алыу юлдары буйынса – астма, бронхит һәм башҡалар. Бындай пассажирҙарға самолетта кислородтың аҙ булыуын оноторға ярамай.

Яңы ғына операцияға кисергәндәргә лә самолетта осоу хәүеф тыуҙырыуы ихтимал. Шулай уҡ йөрәк менән сирлеләргә лә һауа юлын файҙаланырға кәңәш ителмәй. Шәкәр диабеты менән яфаланғандарҙың да осошта үҙен кинәт насар тоя башлауын да ишеткеләп торабыҙ.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас