Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлын ремонтлау алдынан үткәрелгән тикшеренеү күрһәтеүенсә, был юл аҫтында ер ҡыуышлыҡтары һәм һаҙлыҡлы урындар асыҡланған.
Башҡортостанда юл һалыу өсөн тупраҡтың үҙенсәлекле булыуы ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, ти юл төҙөүселәр. Әлеге трассала ул документаль рәүештә раҫланды. Тимәк, Ағиҙел менән Сим йылғалары араһында ятҡан юлды ҙур йөк ташыу автомашиналары ғына түгел, ә һирәк осраусы геологик шарттар ҙа насарайта.
Ошо юлды проектлаусы “Дорпроект” йәмғиәте белгестәре был трассаның Ҡариҙел районындағы 58-се километрында күпер һалыу өсөн документтар әҙерләгәндә ошондай һығымтаға килгән. “Автомобиль тәгәрмәстәре аҫтындағы ерҙә ысын мәғәнәһендәге ҡыуышлыҡтар булыуын шоферҙар тиҫтәләрсә йылдар буйы белмәгән, был сер бөгөн генә асылды”, ти белгестәр. Бындай һаҙлыҡлы һәм ыуалып торған тупраҡлы майҙандар Яңауыл, Борай, Ҡариҙел, Бөрө, Өфө һәм Иглин райондарында йыш осрай.
Фото: социаль селтәрҙән.