Өфөлә 61 йәшлек ҡатын мутлашыусыларҙан ҙур зыян күргән. Уларҙың хәйләле планына ҡабып, ул фатирынан һәм 5,5 миллион һумдан ашыу аҡсаһынан яҙған.
Тәүҙә уға таныш булмаған кеше шылтырата. Ул үҙен “Дәүләт хеҙмәттәре” белгесе итеп таныта һәм пенсионер ҡатындың ошо порталдағы шәхси кабинетына шикле кешеләрҙең инергә тырышыуы, уларҙан һаҡланыу, банк иҫәптәрен йәшереү саралары күрергә кәрәклеге тураһында әйтә.
Мутлашыусылар ҡатынды ышандырып, уның банк иҫәптәренә үтеү мөмкинлегенә эйә була. Ул аҡсаһын хәүефһеҙ иҫәпкә күсереү маҡсатында бер миллиондан ашыу йыйынтығын билдәһеҙ иҫәпкә һала.
Артабан мутлашыусылар уның милек һатыуҙан алған табышын үҙләштереү планын төҙөй һәм ҡатындың 21 йәшлек улына шылтырата. Уны ла ышандырыуға өлгәшәләр һәм фатир һатыуҙан алынған 4,5 миллион һумды үҙ иҫәптәренә күсерәләр.
Аферистар әсә менән улды барлыҡ аҡсаның “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерелеүенә ышандыра һәм эште тулыһынса тикшереп бөткәс шылтыратып, хәлде аңлатасаҡтарын әйтәләр.
Ялған хеҙмәткәрҙәр башҡаса бәйләнешкә сыҡмай, аҡсалар элекке иҫәпкә кире ҡайтарылмай. Бары тик шунда ғына улар мутлашыусылар ҡорбаны булыуын аңлай. Был осраҡ буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.
Хөрмәтле уҡыусылар! Мутлашыусыларҙан һаҡланыуҙың иң ышаныслы алымы – билдәһеҙ номерҙарҙан килгән шылтыратыуҙарҙы алмау. Һөйләшергә тура килгән хәлдә лә банк иҫәптәренә бәйле смс-хәбәр булып килгән кодты бер кемгә лә әйтмәгеҙ! “Дәүләт хеҙмәттәре”, банк, полиция, именлек, прокуратура һ.б. хеҙмәттәрҙең белгестәре бер ваҡытта ла кешенән код һорамай!
Фото: Айгөл Хөснөрьялова фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!