Ҡотҡарыусылар февраль аҙағында Пермь крайына сәйәхәткә барып һәләк булған Башҡортостан туристарына бәйле хәлде анализлап, ир-егеттәрҙе һәләкәткә илткән сәбәптәрҙе атаған. Хәбәр итеүебеҙсә, был фажиғәле сәйәхәттә биш ир-егеттең дүртәүһе һәләк булды.
Ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, иң беренсе хата аҙым – буран башланғас, туристар туҡталҡа өсөн бик уңайһыҙ, насар, ел уйнап торған урынды һайлаған. “Саҡ ҡына ситкәрәк, урман һыҙатына етеп туҡтаһалар, ул тиклем үк ел булмаҫ ине. Көслө ел, буран арҡаһында ут тоҡандырыу мөмкин булмаған”, - ти ҡотҡарыусылар.
Ел-бурандан тыш, һауа температураһының ҡапыл төшөүе лә (– 30 градус) уларҙы һәләкәткә илткән төп факторҙарҙың береһе булған.
Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, туристар спиртлы эсемлек ҡулланмаған. Төрлө баҫмаларҙағы ошоға ҡағылышлы имеш-мимештәргә, йәғни улар эскән булған, тигән хәбәрҙәргә нигеҙ юҡ.
Иҫән ҡалған Сергей әйтеүенсә, тәүге ике көндә барыһы ла иҫән булған. Өсөнсө көндә егеттәрҙең береһе, термостан нимәлер эсә һәм ҡапыл йығыла. “Организмға термик шок булыуы ихтимал”, - ти белгестәр. Ошо уҡ көндә ике турист ярҙам эҙләп, Иванов йорто яғына табан юл ала, әммә ныҡ өшөүҙән һәм хәлһеҙлектән кәрәкле урынға барып етә алмай һәләк була.
Ҡотҡарыусылар туристарҙың барыһының да ҡулында бейәләйҙәре булмауын әйткән. Быны улар: “Өшөгән саҡта, ниндәйҙер бер мәлдә, кешегә эҫе һымаҡ тойола башлай һәм ул, аңы буталып, сисенә”, - тип аңлатҡан.
Туристар спутник телефоны ярҙамында бәйләнешкә сыға алыр ине, әммә улар уны онотоп ҡалдырған булған.
Ҡотҡарыусылар, Пермь туристарына бәйле хәл сәйәхәт иткәндә ниндәй ҡағиҙәләрҙе, талаптарҙы мотлаҡ үтәү зарурлығын асыҡ күрһәтте, тип билдәләгән. Шуларҙың иң мөһимдәре – сәйәхәтте, йәғни маршрутты Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында мотлаҡ теркәү һәм һауа торошондағы үҙгәрештәргә иғтибарлы булып, ваҡытында дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү.
Һәләк булған Башҡортостан туристарының яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм сабырлыҡ теләйбеҙ.
Фото: “Бәйләнештә” селтәрендәге “Кваркуш / База отдыха” төркөмөнән (https://vk.com/bookvarkush)
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!