Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Март , 21:20

Ике кешенең йәнһеҙ кәүҙәһен тапҡандар

Фажиғәле хәл иртәнсәк булған

Ике кешенең йәнһеҙ кәүҙәһен тапҡандар
Ике кешенең йәнһеҙ кәүҙәһен тапҡандар

Бөгөн иртән янғын һүндереүселәр Белорет ҡалаһында шәхси бүрәнә йортто ялмап алған утты һүндергән саҡта 48 йәшлек ирҙең һәм 72 йәшлек ҡатындың йәнһеҙ кәүҙәһен тапҡан.

Янғынды тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе үткәрә. Унда тәфтиш-оператив төркөм эшләй, ваҡиғаның бөтә шарттары асыҡлана.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы кәңәш итә:

- эшләп торған электр ҡорамалдарҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, электр селтәрен артыҡ көсөргәнеш бирмәҫкә;

- уты янған мейесте күҙәтеп торорға, эҫене сағылдырған плитә ҡуйырға, ҡыҙҙырмаҫҡа;

- йортта янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамалды ҡуйырға.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығынан.

Ике кешенең йәнһеҙ кәүҙәһен тапҡандар
Ике кешенең йәнһеҙ кәүҙәһен тапҡандар
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас