Һөжүм ваҡытында Затонда төҙөлөп ятҡан күп ҡатлы йортта бинала 44 кеше, 16 -һы эстә, булған. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм иҫкәртеү буйынса ҡала комиссияһында хәбәр иткәндәр.
Ике эшсе еңелсә йәрәхәттәр алған, уларға урында уҡ ярҙам күрһәтелгән. Яҡындағы уҡыу йорто ятағынан студенттар эвакуацияланған.
Белгестәр билдәләүенсә, пилотһыҙ осҡостарҙың һөжүменән бинала янғын сыҡҡан, уны янғын һүндереүселәр тиҙ арала баҫыуға өлгәшкән.
Затонда һәм Өфөнөң башҡа райондарҙа ғәҙәти тормош дауам итә.
Граждандарҙы яҡлау хеҙмәте көсәйтелгән режимда эшләй.
Яңылыҡтарҙы беҙҙең менән бергә күҙәтеп барығыҙ.