Хәүефһеҙлек
24 Март , 18:45

Ҡотҡарыусылар: март аҙағында аномаль йылы була

Был ҙур хәүеф менән янай! Әҙер булайыҡ!

Ҡотҡарыусылар: март аҙағында аномаль йылы булаҠотҡарыусылар: март аҙағында аномаль йылы була
Ҡотҡарыусылар: март аҙағында аномаль йылы була

Республикала 27-31 мартта ныҡлы йылыта. Һауаның уртаса тәүлек температураһы климат нормаһынан 7-9 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ: төндә +2– -3°, көндөҙ +17°. Был ҡарҙың ныҡ иреүенә килтерәсәк.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, иртә йылыныу тораҡ пункттарҙың түбән участкаларын, түбән һыу күперҙәрен һәм подвал биналарын һыу баҫыуға килтереүе ихтимал. Ағиҙел бассейны йылғалары күп йыллыҡ уртаса ваҡыттан 7-14 көнгә иртәрәк асылыр тип көтөлә. Дала һәм тау йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеүе фаразлана.

Шуға бәйле Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы шәхси йорттарҙа йәшәүселәргә һыу ағыҙыу каналдарын һәм ямғыр канализацияһын ҡарҙан, боҙҙан һәм сүп-сарҙан алдан уҡ таҙартырға кәңәш итә. Автомобиль хужаларына машиналарҙы уйһыулыҡтарҙа һәм һыу ятҡылыҡтары янында ҡалдырмаҫҡа кәңәш итәләр. Мөмкин булғанса аҫҡы ҡаттарҙы һәм подвалдарҙы электрһыҙ ҡалдырырға тырышығыҙ. Шулай уҡ электр приборҙарын һәм ҡорамалдарын һыу баҫыу кимәленән юғарыраҡ күтәрергә кәңәш ителә.

Боҙға сығыу ҡәтғи тыйыла: интенсив иреү осоронда ул үлем ҡурҡынысы тыуҙыра.

Халыҡҡа Башгидрометүҙәктең рәсми фараздарын һәм ведомствоның иҫкәртеүҙәрен күҙәтергә кәңәш ителә. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта шунда уҡ 112 телефонына шылтыратырға кәрәк.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас