

Көйөргәҙе районы башлығы Лира Тереғолова хәбәр итеүенсә, Оло Юшатыр йылғаһында һыу кимәле ҡырҡа күтәрелеп, күперҙе һыу баҫҡан. Һөҙөмтәлә Яҡут, Яңы Мораптал һәм башҡа ауылдар янындағы Яҡут күпере һыу аҫтында ҡалған. Хакимиәт башлығы халыҡҡа Ҡыҙыл Маяҡ ауылы аша үткән урау юлдан файҙаланырға кәңәш итә.
– Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә тракторҙар һәм бейек машиналар йөрөй ала. Шуға ҡарамаҫтан, юлсылар юл йөрөүҙе тыйыу билдәһен ҡуйҙы. Яҡут халҡына ашығыс аҙыҡ-түлек йәки медикаменттар кәрәк булғанда ауыл биләмәһе башлығына мөрәжәғәт итергә кәңәш ителә, - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Лира Тереғолова.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Ғафури районында Еҙем йылғаһында боҙ ҡуҙғалды, һуңыраҡ иһә Белорет районында Инйәр йылғаһында ла боҙ китте.
Фото сығанағы: UTV, скриншот.