

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Учалы районында йәйәүле һәләк булған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, йәйәүле ҡараңғы ваҡытта юлдан китеп барған. Уның кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булмаған. Билдәле булыуынса, бары бер нисә ай элек вафат булған егеткә 18 йәш тулған.
Хөрмәтле йәйәүлеләр!
Әгәр һеҙ юлда йөрөрөгөҙҙө йәки уны ҡараңғы ваҡытта хәүефле урындарҙа үтергә тура киләсәген алдан белһәгеҙ, сағыу йәки "янып" торған элементтары булған кейем кейегеҙ. Улар транспорт водителдәре өсөн яҡшы ориентир буласаҡ. Төндә юл хәрәкәте шул тиклем көсөргәнешле булмаһа ла, юлдан мөмкин тиклем алыҫ тороғоҙ.
Ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырға теләһәгеҙ, төнгө юлда үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үтәгеҙ.
Фото: скриншот.