Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Апрель , 22:00

Алты миллион һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡан...

Өфө дауаханаларының береһендә эшләгән 46 йәшлек табип та алдаҡсылар ҡорған тоҙаҡҡа эләккән

Алты миллион һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡан...
Алты миллион һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡан...

Табипты 6 миллион һумға алдағандар

Өфө дауаханаларының береһендә эшләгән 46 йәшлек табип "Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәре"нән мессенджерҙа хат алған. Шунан табип менән "курьер" бәйләнешкә ингән һәм банк картаһының CVC-кодын хәбәр итеүҙе һораған.

Аҙаҡ тағы берҙе шылтыратҡандар. Билдәһеҙ граждан Дәүләт хеҙмәттәрендә уның шәхси кабинетына инеүҙәрен һәм бурҙарҙың уның иҫәбенән аҡса урларға маташыуы тураһында хәбәр иткән. Табипты булған аҡсаһын "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә күндерәләр. Ул шулай эшләй ҙә — күрһәтелгән реквизиттар буйынса алты миллион һумға якын аҡсаһын ебәрә. Бер аҙҙан, алданғанын аңлағас, табип полицияға мөрәжәғәт иткән. Әлеге факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Ят номерҙарға яуап бирмәгеҙ, бер кемгә лә банк картаһының реквизиттарын бирмәгеҙ.
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас