

Ульяновск өлкәһендә пассажир поездарының ете вагоны рельстарҙан ситкә сығып, түңкәрелгән. Ваҡиға Бряндино станцияһы янында булған. Поезд Силәбе — Мәскәү маршруты буйынса йөрөй, тип хәбәр итә Рәсәй тимер юлы. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, поезда 415 пассажир булған. Зыян күреүселәр тураһында мәғлүмәт асыҡлана, урында оператив хеҙмәттәр эшләй. Участкала хәрәкәт туҡтатылған. һәләкәттең сәбәптәре асыҡлана.
Башҡортостан Ульяновск өлкәһенең Бряндино станцияһына ярҙам ебәрә. Был хаҡта Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Был поезд составында Башҡортостанда ҡушылған вагондар юҡ, әммә ул маршрут Өфө аша үтә, тип билдәләнеләр.
Әлеге ваҡытта зыян күреүселәр тураһында мәғлүмәт юҡ. Составында 15 вагон, 400-ҙән ашыу пассажир булыуы билдәле. Ульяновск һаулыҡ һаҡлау министрлығы ғәҙәттән тыш хәл урынына һәләкәттәр медицинаһы һәм ашығыс ярҙам бригадаһын ебәргән. Рәсәй Тимер юлдарында компания башлығы Олег Белозеров етәкселегендә оперштаб ойошторолған. Участкала поездар хәрәкәте туҡтатылған.
Аварияла 35 кеше зыян күргән, һәләк булыусылар юҡ.
Фото: скриншот.