

2 апрелдә Ҡырмыҫҡалы ауылында айырым торған ике ҡатлы банк бинаһында янғын сыға яҙа. Ваҡиға урынына шунда уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының көстәре һәм саралары килә.
Янғын һөҙөмтәһендә 0,5 квадрат метр майҙанда бинаның фасад өлөшө зыян күрә. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе билдәләүенсә, ун йәшлек дуҫтар “Күңелле ҡуңыҙ” шартлатҡыстарҙы (бомбочка) һатып алып, уларҙы банк янындағы майҙансыҡта тикшерергә ҡарар иткән, был урынды улар иң хәүефһеҙ урын тип иҫәпләгән.
Балаларҙың береһе беренсе шартлатҡысты яндыра – ул бер урында ун секунд тирәһе әйләнә, ә һуңынан туҡтай. Уларҙың ҡыҙыҡһыныуы арта һәм икенсеһен дә тоҡандыралар. Ул боролоп, банк бинаһының тышына осоп барып тейә. Балалар янғынды ҡар һәм һыу менән һүндереп маташа, әммә бина төтөн менән тула. Шулай итеп, балаларҙың ут менән шаярыуы арҡаһында ут сыға яҙған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
- ата-әсәләр, балаларҙың ялын күҙәтегеҙ һәм ут һәм пиротехника менән уйнау хәүефле булыуын аңлатығыҙ;
- сауҙа нөктәләре хужаларына – пиротехник изделиеларҙы бәлиғ булмағандарға һатмаҫҡа;
- балалар һәм үҫмерҙәр – хәүефһеҙ күңел асыу сараларын һайларға һәм ут менән шаярыуҙың етди эҙемтәләргә килтереүен иҫтә тоторға тейеш.
Был ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү хәүефле хәлдәрҙән ҡотолорға һәм янғындарҙы булдырмаҫҡа ярҙам итә.
Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда, "112" һандарына шылтыратығыҙ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.