+20 °С
Болотло


Кисә кисен Өфө ҡалаһы янындағы Чесноковка ауылында янғын теркәлгән.
Янғын һүндереүселәр килгәндә бүрәнә мунсаны ут ялмап алған була. Утты һүндергән саҡта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 70 йәшлек ирҙе үле килеш тапҡандар.
Ваҡиғаның сәбәбен һәм шарттарын Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе асыҡлай.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мунсала янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫегеҙгә төшөрә:
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.