

Башҡортостанда әле ташҡындың иң юғары нөктәһе үтмәгән һәм йылғаларҙа һыу кимәле үҫеүен дауам итә. Был хаҡта республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте.
– Бөгөнгө көнгә һыу баҫҡан торлаҡ йорттар юҡ. Өфөлә 105 йорт яны участкаһын, ете муниципалитетта 11 юл участкаһын, республиканың биш районында алты түбән һыу күперен һыу баҫыуға бәйле 12 муниципаль берәмектәге 20 хәл контролдә тотола. Һәр осраҡта ла урау юлдар бар, – тине Кирилл Первов.
Ул
шулай уҡ Сөн йылғаһында планлы шартлатыу эштәре башҡарылыуын әйтте. Хәлде күҙәтеү өсөн 31 мартта янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолетында Өфө, Әй, Йүрүҙән, Эҫем йылғаларының һәм Павловка һыуһаҡлағысы акваторияһының хәүефле участкаларын урап үткән. Өҫтәмә иҫкәртеү сараларын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителгән.
– Өфөләге Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһында һәм Өфө районының Булгаков районында Өршәк йылғаһында һыу кимәленең ҙур үҙгәреше теркәлгән.
Унда насар билдәләргә өлгәшелмәгән, – тине комитет комитет рәйесе.
БР Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов һүҙҙәренсә, иң ҙур һыу кимәле 15-20 апрелдә көтөлә.