

Стәрлетамаҡтан 86 йәшлек пенсионер ҡатын телефон мутлашыусыларының ҡорбанына әйләнгән. Оло йәштәге ҡатын "тәфтиш комитеты хеҙмәткәре" тигән таныш булмаған кешегә ышана һәм 770 мең һумдан аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.
Пенсионерҙың өй телефонына билдәһеҙ ир шылтырата. Ир тупаҫ тауыш менән хужабикәнең ҡыҙының юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле булыуын хәбәр итә һәм зыян күреүсегә юғалтыуҙы ҡапларға тәҡдим итә. Аҡса биреүҙән баш тартҡан осраҡта "тәфтиш комитеты хеҙмәткәре" енәйәт эше ҡуҙғатыу менән янай.
Ҡыҙын ҡотҡарыу өсөн пенсионер ҡатын ризалаша. Бер аҙҙан курьер килә, уға ҡатын гәзиткә төрөлгән 770 мең һум аҡсаны тапшыра. Бер аҙнанан һуң ғына оло йәштәге ҡатын ҡыҙына шылтырата. Асыҡланыуынса, ул юл-транспорт ваҡиғаһына эләкмәгән. Ҡатын, алданғанын аңлағас, ҡыҙы менән бергә полицияға мөрәжәғәт иткән.
Рәсәй Эске эштәр идаралығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса тәфтиш идаралығы РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты (алдау).
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы бөтә граждандарға ла сит кешеләрҙән килгән шылтыратыуҙарға яуап бирмәҫкә кәңәш итә.
"Туғаны бәләгә тарыған" тип иҫәпләнгән схема - мутлашыусыларҙың ҡалыпҡа һалынған хәйләһе. Телефон шылтыратыу барышында мутлашыусылар абонентҡа, ҡорбандың яҡындары менән бәйләнешкә инә алмаһын һәм ысынбарлыҡты асыҡлай алмаһын өсөн, трубканы һалырға рөхсәт итмәй.
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан.