Хәүефһеҙлек
14 Апрель , 15:30

Әлдә генә балалар булмаған

Өфөлә бинаны емергәндә көтөлмәгән ҡурҡыныс хәл килеп тыуған...

Әлдә генә балалар булмағанӘлдә генә балалар булмаған
Әлдә генә балалар булмаған

Бөгөн, 14 апрелдә, Өфө ҡалаһының Октябрь проспектындағы ихаталарҙың береһендә ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған – подрядсы ойошма бинаны һүткән саҡта стенаның бер өлөшө балалар майҙансығына емерелеп төшкән. Ваҡиға шаһиттары әйтеүенсә, зыян күреүселәр юҡ.

Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы һәм ҡала хеҙмәттәре тиҙ арала Октябрь проспектындағы ваҡиға урынына бара.

60/1 йорто янында бер ойошманың торлаҡ булмаған бинаһы реконструкциялана.

Рәсми сығанаҡтарҙан белдереүҙәренсә, бинаның емерелеүе һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр юҡ, балалар майҙансығы зыян күрмәгән. Биләмәне иҫкәртеү таҫмаһы менән кәртәләп алғандар. Эшселәргә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эргә-тирәләге биләмә эргәһендәге төҙөлөш сүп-сарҙарын йыйып алырға ҡушылған. Эште тикшереү өсөн мәғлүмәт күҙәтеү органдарына ебәреләсәк.

Бина емерелгән саҡта уйын майҙансығында әлдә балалар булмаған. Хоҙай аралағандыр, күрәһең...

Фото сығанағы: башкририя Online.

Әлдә генә балалар булмаған
Әлдә генә балалар булмаған
Әлдә генә балалар булмаған
Әлдә генә балалар булмаған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас