Хәүефһеҙлек
15 Апреля , 16:15

Өфөлә 19 йәшлек студент юғалған

Иҫән-һау табылһын ине. Егет ял көндәрен һөйгән ҡыҙы менән үткәрергә тип, ҡуртымға фатир алған. Шәмбе -11 апрель ул тиҙ генә өйҙәренә ҡайтып кейемен алмаштырып сыҡҡан да кире ҡыҙы янына ашыҡҡан.

Өфөлә 19 йәшлек студент юғалғанӨфөлә 19 йәшлек студент юғалған
Өфөлә 19 йәшлек студент юғалған

Яғыулыҡ-энергетика колледжы студенты Николай Турсуковты 11 апрелдән бирле эҙләйҙәр. Туғандары әйтеүенсә, ул шул көндән бирле бәйләнешкә лә инмәгән.

“КП-Уфа” егеттең әсәһе менән һөйләшеп, уның ниндәй шарттарҙа юғалыуы тураһында һорашҡан. Егет ял көндәрен һөйгән ҡыҙы менән үткәрергә тип, ҡуртымға фатир алған. Шәмбе -11 апрель ул тиҙ генә өйҙәренә ҡайтып кейемен алмаштырып сыҡҡан да кире ҡыҙы янына ашыҡҡан. 12 апрель әсә үҙ ҡыҙы менән көнө буйы ҡунаҡта булған, шуның өсөн улы өйгә ҡайтып киткәнме-юҡмы икәнен әйтә алмай.

Ә дүшәмбе улының йөрөгән ҡыҙы уның 12 апрелдә ҡайтып китеүе һәм 13-ө дәрескә килмәүе тураһында хәбәр иткән. Егеттең телефоны ла ул мәлдә һүнек була. Дуҫтары ла бер ни белмәй.

Әсәһе улының яуаплы булыуы, ҡайҙа тотҡарланһа ла әйтеп йөрөүе, яҡшы уҡыуы, шунда уҡ эшләүе тураһында һөйләгән. Быға тиклем уның юғалып йөрөгәне юҡ. Өйҙә лә, уҡыу йортонда ла, ҡыҙы менән дә конфликт булмаған.

-Беҙ полицияға ғариза яҙҙыҡ һәм эҙләүселәргә лә мөрәжәғәт иттек. Улым менән барыһы ла яҡшы булып тиҙҙән өйгә ҡайтыуына ныҡ ышанам, - ти әсә.

Билдәләре: буйы 170 см, уртаса кәүҙәле, ҡара сәсле, һоро күҙле. Юғалған көндә күк толстовка, аҡ футболка, ҡара джинсы салбар һәм аҡ кроссовка кейгән.

Уның тураһында ниндәйҙер мәғлүмәт билдәле булһа,  “Лиза-Алерт” эҙләү отряды телефонының ҡыҙыу линияһына - 8(800)-700-54-52 йәки полицияға -112 һандарына шылтыратыуығыҙ һорала.

Фото: “Лиза-Алерт” эҙләү отряды.  

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас