Хәүефһеҙлек
15 Апрель , 09:45

Рулдә 16 йәшлек малай: дүрт кеше һәләк булған

Хәл таңғы сәғәт 6-ла була. Салонда 30 йәшкә лә етмәгән өс ҡатын-ҡыҙ һәм бер ир-егет була, ә рулдә - водитель танытмаһы ла булмаған үҫмер. Ҡайҙа китеп барған улар?

Рулдә 16 йәшлек малай: дүрт кеше һәләк булғанРулдә 16 йәшлек малай: дүрт кеше һәләк булған
Рулдә 16 йәшлек малай: дүрт кеше һәләк булған

Бөгөн иртәнге сәғәт 6-ла Бәләбәй — Приют трассаһының 28-се километрында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 16 йәшлек водитель танытмаһы ла булмаған үҫмер «Дэу Нексия» машинаһын юлдан канауға ауҙыра.

Һөҙөмтәлә дүрт пассажир һәләк була: 1999 йылғы ир-ат һәм 1997, 1998 һәм 2001 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар.

Водитель үҙе ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.

Урынға БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Олег Дмитриев барған. Һәләк булғандарҙың шәхестәре, авария сәбәптәре асыҡлана.

Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар иғтибарына! Юл иғтибарһыҙлыҡты, яуапһыҙлыҡты, ҡағиҙәләрҙе үтәмәүҙе ғәфү итмәй. Ни сәбәптән таңғы сәғәт 6-ла танытмаһы ла булмаған үҫмер рулгә ултырған? Машина хужаһы кем, ул ни өсөн балиғ булмаған балаға трансопртҡа идара итергә рөхсәт биргән? Унан өлкәнерәк булған пассажирҙар ни өсөн уйламайынса салонға ултырған?.. Һорауҙар күп, әммә бәлә килгән, ғүмерҙәр өҙөлгән инде. Шуға күрә юлға сығыр алдынан уйланырға кәрәк. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрәен үтәргә, башҡа кешеләр яҙмышына битараф ҡарамаҫҡа. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

 

Фото: МЧС Башҡортостан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Рулдә 16 йәшлек малай: дүрт кеше һәләк булған
Рулдә 16 йәшлек малай: дүрт кеше һәләк булған
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас