

16 декабрҙә Бөрө районында булған хәл тураһында хәбәр иткәйнек. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, һыуҙан 1340 баш үлгән һарыҡты сығарғандар.
Шаһиттар әйтеүенсә, әле Үҙәт күлендә ҡыш көнө һыуға батҡан һарыҡ үләкһәләре ҡалҡып сыға башлаған. Кешеләрҙең береһе һәләк булған 22 малҡайҙы һанауын яҙған. Урындағы пабликтарҙа баҫылған видеояҙмала күренеүенсә, һыуҙа бер нисә һарыҡтың үләкһәһе ята. Әлегә был хәлгә район хакимиәтенән рәсми комментарийҙар юҡ.
Фермер зыянды 20 миллион һумдан артыҡ тип баһалаған. Алдан хәбәр итеүҙәренсә, ҡотҡарыусыларҙың эшенә лә фермер үҙе түләгән.
Фото: видеонан скриншот.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!