

2025 йылдың 9 декабрендә юғалған 38 йәшлек ирҙең кәүҙәһен тапҡандар. Ул көндө ир тыуған ауылынан «Лада Гранта»һына ултырып сығып китә һәм шунан алып бәйләнешкә инмәй. Уны эҙләүгә «ЛизаАлерт Башҡортостан» эҙләү отряды ирекмәндәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм башҡа теләүселәр ҡушылды.
Быға тиклем эҙләү бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәгәйне. Ошо көндәрҙә Күгәрсен районының Инәк йылғаһы ярында үлгән кешенең кәүҙәһен күреп ҡалып, хоҡуҡ һаҡсыларына хәбәр иткәндәр. Был факт буйынса Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы тикшереү үткәрә.
- Алдан күҙаллауҙар буйынса, һәләк булғандың шәхесе эргәһендәге әйберҙәр һәм документтар буйынса былтыр юғалған кеше булараҡ билдәләнде. Ваҡиға урынына тикшереү үткәрелде, суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнде. Әлеге көнгә криминаль характер билдәләре асыҡланманы, - тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте «КП-Уфа»ға.
Фото: vk.com/lizaalert _bashkortostan