Хәүефһеҙлек
19 Апреля , 13:15

Рөстәм НӘБИЕВ: "Кешене үлемгә алып барып еткерергә мөмкинһегеҙ!"

Билдәле блогер әлеге мәлдә Непалда. Сираттағы оло маҡсатына өлгәшергә йыйына. Әммә бер хәл уның асыуын ҡабартҡан...

Рөстәм НӘБИЕВ: "Кешене үлемгә алып барып еткерергә мөмкинһегеҙ!"Рөстәм НӘБИЕВ: "Кешене үлемгә алып барып еткерергә мөмкинһегеҙ!"
Рөстәм НӘБИЕВ: "Кешене үлемгә алып барып еткерергә мөмкинһегеҙ!"

Рөстәм Нәбиев донъялағы иң бейек тау түбәһе Эвересты (8848 метр) яуларға йыйына. Апрель башында шул маҡсаттан Непалға китте. Әле ул төрлө бейеклектәге альпинист базаларында акклиматизация үтә, 6476 метр бейеклектә ятҡан Мера Пик түбәһе базаһы лагерына барып еткән. Төп маҡсатына май айына ҡарай ынтыласаҡ.

Ул ваҡыт-ваҡыт социаль селтәрҙәрҙә хәлдәрен белдереп тора. Бер мәл үҙендә "тау ауырыуы" башланыуын хәбәр итте. Баллондан кислород еҫкәп алғас, хәле яҡшыра. Был хәл күп альпинистарҙа күҙәтелә, сөнки бейек тауҙарҙа һауала кислород аҙ. Әммә төрлө пабликтар ваҡиғаны күпертеп, йәнәһе, Рөстәмдең "тауҙарҙа тыны быуыла башлаған", Нәбиев "Эвереста һәләкәткә тарый" тигәнерәк юҫыҡта яҙып сыҡты. 

Бындай хәбәрҙәр Рөстәм Нәбиевтең асыуын ҡабартты. Ул һаулығы тураһында туҙға яҙмаған хәбәрҙәр таратмауҙы талап итте. Бындай фейктарҙың туғандарын йөрәк өйәнәгенә йә хатта үлем хәленә алып барып еткереү ихтималын иҫкәртте. Айырыуса үҙен ҡарап үҫтергән инәһенең сәләмәтлеге өсөн борсола ул. Рида апай махсус хәрби операцияла улын юғалтҡан, уға интернеттағы төрлө хәбәрҙәрҙе уҡып тетрәнергә ярамай.

Ә Рөстәмгә хыялына өлгәшеп, имен-аман тыуған еренә ҡайтырға яҙһын! 

Фото: https://vk.com/rustam.nabiev92

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас