

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә төндә Мәләүез районының Береговка ауылында йорт янған. Утты һүндереү барышында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 63 һәм 36 йәшлек ике ирҙең кәүҙәһе табыла.
Янғындың сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: янғынды иҫкәртеү ҡорамалын ҡуйыу ғына түгел, ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында эшләһен өсөн уның төҙөклөгөн тикшереп тороу ҙа мөһим.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: йоҡлағанда кеше төтөн еҫен һиҙмәй, ә хәбәр итеүсе ҡорамал тәрән йоҡо ваҡытында ла уята ала.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.