+10 °С
Облачно


Ошо пенсионерҙы эҙләйҙәр
Өфөнән 67 йәшлек Зиннур Яппаровты 21 апрелдән бирле эҙләйҙәр, тип хәбәр итәләр “БР Лиза Алерт” эҙләү отрядынан. Уларҙың мәғлүмәтенә ярашлы, ир өҫтөнә ҡара куртка һәм трико, ҡара-һоро төҫтәге кроссовкалар һәм ҡара-күк төҫтә шапка кейгән.
Башҡа билдәләре: буйы 190 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, сәсе сал, һорғолт-зәңгәр күҙле.
Унан алда Зиннур Яппаров 2025 йылдың авгусында юғалған булған.
Күреүселәр булһа, 8(800)-700-54-52 йәки 112 һандарына шылтыоратыуығыҙ һорала.
Фото: “Лиза Алерт”.