

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ташҡын хәүефе осоро башланғандан алып Башҡортостанда ведомствоға ошо осорға бәйле бөтәһе 290 хәбәр килгән.
Әлеге ваҡытта юлдың бер участкаһы, түбәндә урынлашҡан бер күпер, ике баҡса йорто һәм 52 йорт яны участкаһын һыу аҫтында ҡала. Уларҙы муниципаль берәмектәр контролдә тота. Зыян күреүселәр юҡ.
Уҙған тәүлектә урман янғындары теркәлмәгән. Әммә янғын хәүефе осоро башланғандан алып бөтәһе биш урман янғыны (майҙаны 55,49 га), 92 ҡоро үлән янғыны (майҙаны 168,57 га) булған. Шулай уҡ уҙған тәүлектә Баймаҡ районында бер ҡоро үлән янғыны теркәлгән.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.