

30 апрелдән Башҡортостан биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелә, ул ут тоҡандырыу һәм сүп-сар яндырыу буйынса сикләүҙәрҙе күҙ уңында тота. Республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта һүҙ барҙы.
Төбәктең ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итеүенсә, ведомство ҡарамағындағы янғын-ҡотҡарыу подразделениелары 2026 йылдың янғын хәүефе осорона тулыһынса әҙер.
Тәбиғәт янғындары хәүефен иҫкәртеү өсөн Башҡортостанда 1 500 ранецлы янғын һүндергес һәм 29 күсмә янғын резервуары әҙерләнгән. 2000-дән ашыу ирекмән янғынды һүндереү программаһы буйынса әҙерлек үткән. Майҙа республика уҡыу-методик үҙәгендә өҫтәмә рәүештә 438 ирекмән әҙерләргә планлаштыралар.
– Ландшафт янғындарын һүндереү өсөн көстәрҙең һәм сараларҙың дөйөм төркөмөндә туғыҙ мең кеше һәм ике мең берәмек техника иҫәпләнә ,– тип йомғаҡ яһаны Кирилл Первов.
Республиканың урман фонды биләмәһендә лә өҫтәмә саралар индерергә планлаштыралар. Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов, урмандарҙың янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн 2026 йылға 12,3 мең кешене һәм 3,5 мең берәмек техниканы йәлеп итеүҙе күҙ уңында тотҡан йыйылма план раҫланды, тип хәбәр итте.
Биләмәләрҙең торошон күҙәтеүҙе урман фондының авиация һәм ер өҫтө патруле, шулай уҡ “Урман һаҡсыһы” системаһының 22 видеокамераһы ярҙамында алып баралар.
– Быйыл урман янғындары формированиеларының матди базаһын нығытыуҙы дауам итәсәкбеҙ, – тип билдәләне Марат Шәрәфетдинов. – Ете берәмек техника һатып алырға һәм өҫтәмә рәүештә “Урман һаҡсыһы” системаһының 35 камераһын ҡуйырға ниәтләйбеҙ.
Башҡортостан Башлығы янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен ҡәтғи контролдә тоторға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.