Хәүефһеҙлек
28 Апрель , 12:30

11 миллион һум аҡсаһынан яҙған

Зыян күреүсе ике ай буйына билдәһеҙ кешеләр менән аралашҡан, әммә уларҙың мутлашыусылар булыу ихтималлығы тураһында уйлап та ҡарамаған. 

11 миллион һум аҡсаһынан яҙған11 миллион һум аҡсаһынан яҙған
11 миллион һум аҡсаһынан яҙған

Нефтекамала йәшәүсе бер ҡатын ҙур селтәрле магазиндың "вәкиле" шылтыратҡандан һуң мутлашыусылар тоҙағына эләккән. Был хаҡта Эске эштәр министрлығының республика буйынса идаралығы хәбәр итә.

60 йәшлек ҡатын һөйләүенсә, ул селтәр хеҙмәттәре менән йыш файҙалана, шуға телефон аша ул заказ биргән тауарҙың боҙолоуы хаҡында белдергәс, һис тә икеләнмәйенсә смс-хәбәр булараҡ килгән кодты әйтә. Һуңғараҡ билдәһеҙ кеше шылтыратып, "Дәүләт хеҙмәттәре"ндә уның аккаунты емерелеүе хаҡында хәбәр иткән.

Шунан һуң оло йәштәге ҡатын даими рәүештә аферистар менән аралаша башлаған. Улар уның бер миллион һумдан ашыу йыйынтыҡ аҡсаһын “хәүефһеҙ” иҫәпкә күсерергә мәжбүр иткән. Бынан тыш, уның йортон һатыуға ҡуйҙыртҡандар. Енәйәтселәр әйтеүенсә, килешеү фиктив булырға һәм “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерелгән аҡса һуңыраҡ кире ҡайтарылырға тейеш булған. Һөҙөмтәлә был ҡатын мутлашыусыларға 11 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.

Зыян күреүсе ике ай буйына билдәһеҙ кешеләр менән аралашҡан. Был факт буйынса мутлашыу тураһында статья буйынса эш асылған.

Фото: Николай Чукаев ("Октябрьский нефтяник" гәзите). 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!      

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас