+9 °С
Облачно


Кисә ағас йортта сыҡҡан янғында Бишбүләк районынан 64 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлдө.
Ғәҙәттән тыш хәл Ҡунаҡҡол ауылында теркәлгән. Утты ирекле янғын командаһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бригадаһы һүндергән.
Ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара.
Ут менән һаҡ булығыҙ, йорт, баҡса тирәләрендә ҡый үртәмәгеҙ, ут төртмәгеҙ!
Фото: "Башинформ".