Хәүефһеҙлек
4 Май , 14:50

Йәш егет әрәм булған

Машинанан бер нәмә лә ҡалмаған…

Йәш егет әрәм булғанЙәш егет әрәм булған
Йәш егет әрәм булған

Машинанан тимер өйөмө генә ҡалған…

Үлемесле авария 3 май кис Дүртөйлө районында булған. Киске сәғәт унынсыларҙа Р-240 автомобиль юлының 90-сы километрында «Мазда-3» автомобиленең 20 йәшлек водителе алдағы машинаны уҙып барғанда ҡаршыға елеүсе «Ивеко» йөк машинаһы менән бәрелешкән. Шунан һуң «Мазда» икенсегә йөк автомобиленең тағылған ярымприцебына барып бәрелгән.

Бәрелеш шул тиклем көслө була, автомобилдән тимер өйөмө генә ҡала. Юл-транспорт һәләкәтендә «Мазда»ның йәш водителе ашығыс ярҙам килгәнсегә тиклем үк һәләк булған.

Аварияның сәбәптәре тикшерелә.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймағыҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!  

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас