+20 °С
Болотло


Байрам көндәрендә лә һыуҙа батыусылар һаны кәмемәне.
Благовещенскиҙа Ағиҙел йылғаһында фажиғә теркәлгән. Өс ир ҡатнашлығында моторлы кәмә ауған. Был осраҡта ике ир ярға сығып өлгөргән, ә өсөнсөһө үҙаллы ҡотола алмаған.
Уны эҙләү өсөн ҡотҡарыусылар ебәрелгән. Күпмелер ваҡыттан һуң һыуҙа 41 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған, тип хәбәр итә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Фото: Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтынан