Хәүефһеҙлек
12 Май , 13:40

Баймаҡ районында ҡот осҡос авария

Бер пассажир ваҡиға урынында һәләк булған, дүртәүһе йәрәхәтләнгән.

Баймаҡ районында ҡот осҡос аварияБаймаҡ районында ҡот осҡос авария
Баймаҡ районында ҡот осҡос авария

Баймаҡ районында ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Ира - Магнитогорск автомобиль юлының 143-сө километрында 43 йәшлек водитель юлдың ҡаршы һыҙатына сығып УАЗ менән бәрелешкән. Һөҙөмтәлә "Лада" автомобиленең 43 йәшлек пассажиры шунда уҡ йән биргән. Дүрт кеше ауыр тән яралары менән дауаханаға оҙатылған.

Ваҡиға урынында тикшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!

Фото: БР ДАИ.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас