

Ҡариҙел районы Сиҙәш-Нуғай ауылы янында өс ир Үреш йылғаһында кәмәлә балыҡ тотҡан. Балыҡсыларҙың кәмәһе түңкәрелгән, ике ир ярға сығып өлгөргән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Өфөнән балыҡҡа килгән ирҙе әлегә тиклем таба алмайҙар. 55 йәшлек балыҡсыны Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары эҙләй.
Бынан алда Благовещен ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһында ла ошондай уҡ хәл теркәлгән ине. Унда 38 йәшлек ирҙең кәүҙәһен һыуҙан сығарҙылар.
Балыҡ тотҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ. Әйткәндәй, 25 апрелдән 5 июнгә тиклем Башҡортостан Республикаһының барлыҡ һыу объекттарында сикләүҙәр дауам итә. Был осорҙа ярҙан ғына балыҡ тоторға рөхсәт ителә.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты