Хәүефһеҙлек
15 Мая , 15:40

Ҡыҙ менән егет оло кешене бәрҙереп ҡасҡан…

Ул дауаханаға эләккән. Тәртип боҙоусыларҙы эҙләйҙәр. Шаһиттарҙан ярҙам кәрәк.

Ҡыҙ менән егет оло кешене бәрҙереп ҡасҡан…Ҡыҙ менән егет оло кешене бәрҙереп ҡасҡан…
Ҡыҙ менән егет оло кешене бәрҙереп ҡасҡан…

“Башинформ”ға зыян күреүсенең ейәне Михаил һөйләүенсә, бәхетһеҙлек 13 май Октябрь проспекты менән Кольская урамы киҫелешендә булған. Егет менән ҡыҙ икеһе бер электр самокатында (был үҙе үк юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһен боҙоу) светофор янында  оло йәштәге ҡатынды бәрҙереп, ҡолата.

Уны дауаханаға илтергә тура килә. Табиптар ҡатындың баш мейеһе һелкенеүен, соңҡа өлөшөндә баш һөйәгенең сатнауын, башҡа күп йәрәхәтләнеү һәм һыҙырылыу урындары барлығын асыҡлаған.

Михаил шул көндә “Йүрүҙән” тирәһендә булғандарҙы, инцидентты күргәндәрҙе йә әлеге ваҡиғаның регистраторҙарына эләккән водителдәрҙе эҙләй һәм мәғлүмәтте 8-917-80-22-306 йәки 112 һандарына хәбәр итеүҙәрен үтенә.

Фото: БашДТП/МАХ.   

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас