Хәүефһеҙлек
16 Май , 18:30

Халыҡты яҡлау буйынса яңы проект

Башҡортостан “Белем” йәмғиәтенең яңы проектына ҡушылды. Рәсәйҙә “Белем. Хәүефһеҙлек” мәғрифәт проекты башланды. Программала башланғыс класс уҡыусыларынан алып оло йәштәгеләргә тиклем хәүефһеҙлек буйынса лекциялар уҡыу, тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҡаралған.

Халыҡты яҡлау буйынса яңы проектХалыҡты яҡлау буйынса яңы проект
Халыҡты яҡлау буйынса яңы проект

 

Башҡортостан “Белем” йәмғиәтенең яңы проектына ҡушылды. Рәсәйҙә “Белем. Хәүефһеҙлек” мәғрифәт проекты башланды. Программала башланғыс класс уҡыусыларынан алып оло йәштәгеләргә тиклем лекциялар уҡыу, тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҡаралған.

Был турала «Белем. Тәүгеләр» марафоны барышында билдәле булды. Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко бөгөн хәүефһеҙлек темаһының беренсе планда икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бында һүҙ финанс мутлашыусыларҙан яҡлау ғына тураһында түгел, терроризмға, экстремизмға һәм йәштәрҙе хоҡуҡ боҙоу эшмәкәрлегенә йәлеп итеүгә  ҡаршы тороуға өйрәтеү тураһында ла. Сергей Кириенко шундай хәүефкә иғтибар итте: дуҫ булмаған сит илдәр Рәсәй балаларын һәм үҫмерҙәрен үҙ маҡсаттарында файҙаланыу өсөн маҡсатлы эш алып бара.

 Проект яҡшы күрһәткестәр менән башланған. Беренсе көндә үк уға илдең 28 төбәге ҡушылған. «Белем» йәмғиәте ирекмәндәре һәм лекторҙары йөҙҙән ашыу осрашыу үткәргән, уларҙа 8 меңгә яҡын мәктәп уҡыусыһы һәм студент  ҡатнашҡан.

Проектҡа Башҡортостан, Мордовия, Сыуашстан республикалары, Пенза һәм Һарытау өлкәләре ҡушылған.

«Белем. Хәүефһеҙлек» проекты ике вектор буйынса үҫешә:

Техник блок - хоҡуҡ һаҡлаусылар, кәрәҙле элемтә операторҙары һәм IT-платформалар менән үҙ-ара эш итеүҙе көсәйтеү, мутлыҡ схемаларын, законһыҙ колл-үҙәктәрҙе һәм хәүефле контентты оператив рәүештә блокировкалау.

Мәғрифәтселек блогы - системалы уҡыу курстары булдырыу. Лекторҙар фейктарҙы дөрөҫлөктән айырырға, интернет һәм ысын тормоштағы манипуляцияларҙы танырға, вербовкаға ҡаршы торорға һәм психологик тотороҡлолоҡто һаҡларға өйрәтә. 2026 йылдың декабренә тиклем проект миллионға яҡын уҡыусыны һәм студентты йәлеп итергә тейеш тигән маҡсат ҡуя ойоштороусылар. Улар өсөн хоҡуҡ һаҡсылары, психологтар һәм милли именлек буйынса эксперттар ҡатнашлығында 15 меңдән ашыу осрашыу үткәреләсәк.

Унда алдан иҫкәртеүгә айырым иғтибар бирелә. Июлдә үк иҫкәртеү системаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн Бөтә Рәсәй семинарҙары башлана (бөтә төбәктәрҙән 13 меңдән ашыу ҡатнашыусы), унда заманса манипуляция схемаларын һәм хәүефте асыҡлағанда эш итеү алгоритмдарын тикшерәсәктәр.

Профилактик эш алып барыусылар өсөн яҡын арала Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәтенең рәсми сайтында әҙер материалдар китапханаһы барлыҡҡа киләсәк. Был активистарға иң киҫкен һәм көнүҙәк темалар буйынса сығыш яһарға мөмкинлек бирә, унда тикшерелгән мәғлүмәттәр һәм методикалар буласаҡ.

Фото: региональное отделение общества «Знание» в РБ.

Автор: Мария СНЫТКИНА

Мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2026-05-15/bashkiriya-prisoedinilas-k-novomu-proektu-obschestva-znanie-po-zaschite-naseleniya-4687159

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас