

Йылы май көндәрендә күптәр тәбиғәт ҡосағына ашыға. Ҡайһы берәүҙәр һыу буйына... Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика халҡына, эҫе көндәр башланыуына ҡарамаҫтан, һыу ятҡылыҡтарында һыу инмәҫкә кәңәш итә. Ведомство был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә иҫкәртә.
“Һеҙҙе һиҙгерлеккә саҡырабыҙ! Һыу инергә иртә, һалҡын һыуға инеү шок тыуҙырыуы, ҡорошҡаҡ тотоуы ихтимал. Күп пляждар 1 июндән дә иртә эшләй башламаясаҡ. Унда ҡотҡарыусылар дежурлыҡ итәсәк. Һыу төптәре водолаздар тарафынан тикшереләсәк, хәүефләнергә урын булмаясаҡ”, – тиелә социаль селтәрҙә. Министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә уҡыусылар менән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре һәм тәүге ярҙам саралары күрһәтеү тураһында дәрестәр үткәрә. Ҡотҡарыу саралары менән таныштыра, нисек ҡулланырға мөмкинлеген өйрәтә, бәләгә тарымау өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аңлата.
Фотола: Рәсәй Геройы М.В.Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында занятие бара.